Өфө ҡалаһы ҡала округының Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә урынлашҡан стационар халыҡ иҫәбен алыу биләмәһендә

Ленин районы администрацияһы башлығы Олег Котов булды. Ул халыҡ иҫәбен алыу комиссияһының эше менән танышты, контролерҙар менән аралашты һәм анкета һорауҙарына яуап бирҙе.

Ленин районы администрацияһы башлығы Олег Котов булды. Ул халыҡ иҫәбен алыу комиссияһының эше менән танышты, контролерҙар менән аралашты һәм анкета һорауҙарына яуап бирҙе.

– Анкетала һорауҙар ярайһы уҡ күп, бер ниндәй ҙә документ күрһәтеүһеҙ яуаптарҙы халыҡ иҫәбен алыусы минең һүҙҙәрҙән генә тултырҙы. Бөтә мәғлүмәттәр ҙә шунда уҡ электрон рәүештә индерелеүе менән цифрлы формат бик уңайлы, - тип үҙенең тәҫораттары менән бүлеште Олег Александрович.

Иҫәп алыуҙа төрлө ысулдар ҡулланырға була. Өйрәнелгән вариант - иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә. Үҙаллы “Дәүләт хеҙмәте” порталында анкетаны  тултырырға, йә иһә стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Ленин районында 27 халыҡ иҫәбен алыу биләмәһе эшләй.Улар мәктәптәрҙә, мәҙәниәт һарайҙарында, йәштәр политикаһында урынлашҡан.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Әҙһәм Исҡужин исемендәге  балалар сәнғәт мәктәбендә, МБУ ОМК “Алые паруса” һәм “Йәдкәр” мәҙәниәт йортонда урынлашҡан халыҡ иҫәбен алыу биләмәләре  дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем, шәмбе көнө иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 6-ға тиклем, ә йәкшәмбе көнө иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй.

Мәктәптәрҙә урынлашҡан биләмәләр ял көндәре сәғәт 12-нән киске сәғәт 6-ға тиклем эшләй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA