Күптән түгел Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы Мостафина матур юбилейын уҙғарғайны. Шул уңайҙан район башлығы Марат Ғәлиуллин юбилярҙы ҡотлап үтте, ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡтарға бай оҙон ғумер һәм бәхет теләне.
Ултырыштың төп темаһы булып Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу булды.
Марат Мөҙәрис улы әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу – илебеҙҙең социаль, сәйәси һәм иҡтисади үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаусы мөһим сара. Шуға күрә бер кем дә ситтә унан ҡалырға тейеш түгел.
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, үҙ сиратында, иҫәп алыу кампанияһында ҡатнашыу ысулдары тураһында һөйләп үтте:
– Беренсенән, өйгә килгән иҫәп алыусыларҙың һорауҙарына яуап биреү был традицион ысул. Унан башҡа, быйыл дәүләт хеҙмәте порталы – Госуслуги аша үҙаллы анкетаны тултырып була. Һәм дә Күп функциялы үҙәктәр – МФЦ-ға барып ҡатнашырға була.
Осрашыуҙы дауам итеп Башҡорт тарихы йылы һөҙөмтәләрен барланылар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеттың совет ағзаһы, БР-ҙың Милли архивының бүлек начальнигы Азат Шакирйән улы Ярмуллин телмәр тотто. Ул йыл дауамында үткән саралар, киләсәккә билдәләнгән пландар тураһында һөйләп үтте. Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Орджоникидзе районында башҡарылған эштәр менән Марфуга Сәләхетдин ҡыҙы таныштырып үтте.
Осрашыу аҙағында районда ата-әсәр комитетын һәм башҡорттар йәмәғәт советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.