Республика халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерме? Ул һәр беребеҙ өсөн ни тиклем мөһим? Ни өсөн унда ҡатнашырға кәрәк? Ул нисек үтәсәк? Иҫәп алыусылар нимәләр хаҡында һорашасаҡ? Был һәм башҡа һорауҙарға «ҡыҙыу линия» аша яуп алырға була. 8-800-707-20-20 номерына Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 9.00-ҙан 21.00-гә тиклем шылтратып була.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – йәшәү нормаһы. Кешенең әүҙем йәмәғәт позицияһын һәм граждан булараҡ өлгөрөүен раҫлаусы дәлил.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра. Дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү мотлаҡ.