Баш ҡаланың Киров районы башҡорт йәмәғәтселеге кәңәшкә йыйылды

Бөгөн, 13 октябрҙә, Киров районының башҡорттары ҡоролтайы, райондың башҡорт йәмәғәтселеге йыйылышы булып үтте. Осрашыу онлайн форматта ойошторолдо.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин алып барған сарала Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаева, район ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Игбаев, «Торатау» конгресс-бюроһы директоры Айгөл Моратова,  Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин ҡатнашты.

Осрашыуҙа илебеҙ алдында торған бик мөһим масштаблы сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Рәфҡәт Самат улы районда был  сараға әҙерлек барышы менән таныштырып үтте. Район, дөйөм алғанда, Өфөнөң тарихи, мәҙәни, сәйәси, әҙәби һәм ижтимағи үҙәге булып тора. Киров районының дөйөм майҙаны – 131 кв.км.-ҙан ашыу, халҡының һаны – 165 мең 399 кеше. 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө ҡалаһы Киров районында 27 мең 795 башҡорт йәшәй.

Халыҡ иҫәбен алыу өсөн Киров районында 53 участка булдырылған, иҫәпселәр – юғары уҡыу йорттары студенттары, мәғариф эшселәре һәм ирекмәндәр. Бөгөнгө көндә Халыҡ иҫәбен алыу кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Барыһы 438 кеше йәлеп ителәсәк.

Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин дөйөм республика буйынса хәл менән таныштырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районы Хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды бойомға ашырыу буйынса комиссия сәркәтибе Лилиә Әхмәтова районда үткәрелгән саралар турыһында һөйләп үтте.

Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе  Гөлфиә Янбаева йыйылышты йомғаҡлап был сараның киләсәк өсөн мөһимлеген аңғартты.

Баш ҡаланың Киров районы башҡорт йәмәғәтселегенә «Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ», - тигән оран ташланы.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA