Коммуналь техниканы ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса эштәр планлы рәүештә алып барыла

Өфө ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов коммуналь техниканың ҡышҡы осорға әҙерлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.

Өфө ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов коммуналь техниканың ҡышҡы осорға әҙерлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.

- Ҡаланың коммуналь предприятиелары 413 берәмек махсус техниканы ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса эштәр алып бара. Был техника 21 миллион квадрат метр майҙанлы ҡала урамдарын таҙа тоторға булышлыҡ итәсәк, - тине ул.

Әйткәндәй, техниканың ҡышҡы осорға әҙерлеген октябрь аҙағына тиклем комиссия ла тикшерәсәк. 1 ноябргә тиклем техника тулыһынса әҙер булырға тейеш.

Бынан тыш, 17 октябрҙә үтәсәк коммуналь техника парадын ойоштороу буйынса ла эштәр дауам ителә. Сараға ҡаланың торлаҡ-коммуналь тармағына ҡараған предприятиелар техникалары йәлеп ителәсәк.

Тағы, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, ҡар ныҡлап яуған осорҙа эшкә, өҫтәмә рәүештә, ҡаланың ҙур төҙөлөш компанияларының махсуслаштырылған, шулай уҡ республиканың Өфөгә яҡын райондарының ауыл хужалығы техникаһы йәлеп ителәсәк.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA