Йылытыу миҙгелен имен-аман үткәреп ебәреү өсөн барыһы ла тейешле күҙәтеү үтергә тейеш. Ошо маҡсат менә янғынды профилактикалау бүлеге инженерҙары Калинин районы биләмәһендә урынлашҡан ҡаҙанлыҡтар буйлап рейд ойошторҙо.
Белгестәр айырыуса тирә-яҡ биләмәне, янғындан һаҡлау системаһын ентекләп тикшерҙе, янғын һүндереү ҡоролмаларын, уның һыу менән тәьмин ителеүен,эвакуация юлдарына иғтибар бирҙе.
Белгестәр ҡаҙанлыҡтарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән әңгәмә үткәрҙе, уларға янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ҡағиҙәләрҙе аңлатты. Рейд барышында әйтелгән был ҡағиҙәләр һәр эш урынында мотлаҡ үтәлергә тейеш.
12.10.2021
1052