Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәким ҡыҙы Иванова, Өфө ҡалаһы советы рәйесе урынбаҫары Артур Альберт улы Шәйнуров, Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Ғизитдин улы Юланов һәм Калинин районы хакимиәте янындағы балаларҙы һаҡлау һәм яҡлау идаралығы начальнигы Лариса Анатольевна Ольте ҡатнашты.
Заманса йыһазландырылған, алдынғы инвентарҙәр ҡуйылған спорт майҙансығын төҙөгәне, проектты ғәмәлдә уңышлы тормошҡа ашырғаны, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә һәм уларға социаль ярҙам күрһәткәне өсөн «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Майҙансыҡ сафҡа инеү менән хоккей, футбол, баскетбол буйынса спорт ярыштары үткәрергә, күнекмәләр яһарға мөмкинселектәр артасаҡ. Буласаҡ спортсыларға тик уңыштар теләйһе килә.
10.10.2021
1709