Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

2021 йылда Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһын реализациялау ярҙамында 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата төҙөкләндерелә. Хәҙерге ваҡытта 11 ишек алдында эштәр тулы күләмдә тамамланған.

2021 йылда Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһын реализациялау ярҙамында 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата төҙөкләндерелә. Хәҙерге ваҡытта 11 ишек алдында эштәр тулы күләмдә тамамланған.

Билдәләп үтергә кәрәк, барлыҡ проекттар ҙа финанс яҡтан һәм техник мөмкинлектәр сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәбкә алынып яраштырылған. Мотлаҡ эштәр исемлегенә түбәндәгеләр индерелгән: асфальт ҡатламын төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ойоштороу, йәшелләндереү, ял итеү зоналарын билдәләү, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаларын урынлаштырыу.

Софья Перовская, Рәсәй, Георгий Мушников, Октябрҙең 50 йыллығы, Пархоменко, Революция, Өфө йылғаһы яры, Маршал Жуков урамдары буйынса алты ихатала алеге мәлдә универсаль спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу дауам итә.

Бөгөнгө көндә эштәрҙең 95% тамамланған. Контракт буйынса барлыҡ ихаталар ҙа сентябрь аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш ине. Әммә подрядсылар балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыуҙа ваҡыт буйынса артта ҡалдылар. 15 октябрға тиклем бөтә эштәр ҙә тамамланырға тейеш.

Эштәр тамамланғандан һуң, яңартылған территорияларҙа байрамдар, тамашалар һәм уйындар уҙғарыла. Был халыҡты берләштерергә ярҙам итә.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA