Өфө мәктәптәренә яңы автобустар тапшырҙылар

Кисә, Уҡытыусылар көнөндә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәренә 114 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. Уларҙың ун берен Өфөнөң белем биреү ойошмалары алды.

Кисә, Уҡытыусылар көнөндә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәренә 114 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. Уларҙың ун берен Өфөнөң белем биреү ойошмалары алды.

ГАЗ маркалы мәктәп автобустары уҡыусыларҙы «Миловский парк», «Кузнецов Затоны» биҫтәләренән, Баланово, Яңы Александровка, Тимаш ҡасабаһынан, «Йәштәр» һәм «Новалэнд» торлаҡ комплекстарынан һәм Дим кордонынан уҡыу йорттарына йөрөтәсәк.

Автобустар Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән транспорт сараларын яңыртыу федераль программа буйынса һатып алынған. Улар ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш навигацияһы аппаратураһы, тахографтар, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм башҡа уңайлыҡтар менән йыһазландырылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA