Тыуған илде һаҡлау һәр егеттең бурысы

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу барышында Калинин районынан әрме сафына 135 һалдат ебәреләсәк.

Бөтә егеттәр ҙә ентекле медицина тикшереүе үтә. Табибтар тикшереүенән һуң буласаҡ һалдаттар район хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников етәкселегендәге комиссия алдында һынау тота. Ошонда кемдең хәрби хеҙмәткә әҙер булыуы, икенселәрҙең хеҙмәткә барыу ваҡытының кисекткрелеүе, йә булмаһа һаулығы буйынса унан азат ителеүе хәл ителә. 

Көҙгө саҡырыу комиссияһы 2021 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк.Әрме сафына 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла. Яҙғы комиссия ваҡытында Калинин районында 834 егет ҫәпләнә. Шуларҙың 152 уҡыу сәбәпле, 69 сәләмәтлеге арҡаһында яраҡһыҙ тип табылды.

Армияға барыусылар бер йыл хеҙмәт итә. Ошо осорҙа уларға яңы хәрби һөнәр үҙләштерергә, физик яҡтан күпмегә сыныҡҡан, әҙер булыуҙарын иҫбатларға тура киләсәк.

Яҡташтарыбыҙға тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA