Калинин районында уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр

157-се белем биреү учреждениеһында уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып үтте.

Уның эшендә Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников ҡатнашты. Хакимиәт башлығы уҡытыусыларҙы, хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләне һәм мәғариф өлкәһендә ҙур уңышҡа өлгәшкән уҡытыусыларҙы Почет Грамоталары менән бүләкләне.
Видеобәйләнеш аша коллегаларын 105-се гимназия директоры Юрий Васильевич Казаков, Рәсәй Геройы А.А.Сафронов исемен йөрөткән 78-се лицей директоры Жанна Анатольевна Ращепкина ҡотланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA