5 октябрь көнө Ленин районы хакимиәтенең ҙур залында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрамға мәктәп директорҙары, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар йыйылды. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙан хакимиәт башлығы Олег Александрович Котов, башлыҡ урынбаҫары Иван Анатоьевич Иванов, гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса идаралыҡ начальнигы Венера Әсхәт ҡыҙы Ғафарова ҡатнашты. Олег Александрович Котов ҡотлау сәләмдәре менән сығыш яһаны: “Уҡытыусылар көнө – күңелдәрҙе тетрәндерә торған байрам ул. Һеҙ, уҡытыусылар, өсөн иң ҡыуаныслыһы, әлбиттә, балаларҙың ҡотлауҙары һәм рәхмәт һүҙҙәрелер. Сөнки бөтөнләй әҙерлекһеҙ килгән кескәй балаларҙан шундаә оло шәхестәр тәрбиәләйһегеҙ! Ләкин һәр һөнәр кешеләренең сығанағы – ул һеҙҙең хеҙмәт! Беҙҙең районда үҙ эшен эшен яҡшы белгән, яратҡан һәм атҡаҙанған лайыҡлы уҡытыусылар эшләй. Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм”, - тине ул.
Байрам хөрмәтенән Олег Александрович уҡытыусыларға рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. 128 –се мәктәптең директор урынбаҫары С.В.Квинцхадзеға, 25 – се белем үҙәгенән география уҡытыусыһы З.Х.Мөлөковаға, 91 – се гимназиянан инглиз теле уҡытыусыһы С.В.Черняеваға, 4 – се мәктәптең рус теле уҡытыусыһы Т.П.Хомутоваға Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығының Тәрбиә һәм белем өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары өсөн знактар тапшырҙы. 1 – се лицей директорына “РФ – ның Иң яҡшы етәксеһе” конкурсында еңгәне өсөн Диплом тапшырҙы.
Байрам танатанаһында райондың ижади коллективтары һәм филармония солисы Сәйҙә Ильясова үҙҙәренең моңло йырҙарын бңләк иттеләр.
Сара санитар- эпидимиологик күҙәтеү аҫтында үтте.