Өфөлә Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һалынды

2 октябрҙә Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында «Беренсе уҡытыусыға» скверында ағастар ултырттылар.

2 октябрҙә Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында «Беренсе уҡытыусыға» скверында ағастар ултырттылар. Өлкән класс уҡыусылары уҡытыусылары менән бергә Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һалды. Хәҙер скверҙы 90-ашыу шыршы, ҡайын, йүкә, миләш үҫентеһе биҙәй.

Акцияла Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм баш ҡаланың Октябрь районы Хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡатнашты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Агадуллина ла үҙенең исемле ағасын ултыртыу хоҡуғын алды. Тап ул скверҙа уҡытыусыға арналған композицияны булдырыуҙы тәҡдим итте.

«Беренсе уҡытыусыға» скверы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Шулай уҡ ҡалала уҡытыусы һәйкәленә конкурс иғлан ителде.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA