Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль ғаилә, халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡурсалауы аҫтында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Республиканың һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһы, «Совет муниципальных образований» Ассоциацияһы ярҙамы менән 2012 йылдан алып үткәрелә.
Фестиваль уҙған йылдағы кеүек үк төбәктәргә бүленеп ойошторола. 2021 йылдың апрель-майында 7 төбәк этабы үткән. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлдең һаҡланыуы сәбәпле «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең һайлап алыу этабы үткән йылдағы кеүек, онлайн үткәрелде.
X юбилей фестивалендә Республиканың 61 муниципаль районынан 2200 һәүәҫкәр артист ҡатнашҡан.
Конкурс программаһына ярашлы 350-нән ашыу концерт номеры тәҡдим ителә. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Нәзифә Кадырова етәкселегендәге жюри 69 номерҙы еңеүсе тип билдәләй.
Иң сағыу сығышы өсөн Гран-при Дүртөйлө районының ижади коллективына бирелә.
Гала-концертты 1 октябрь сәғ.14.00 Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша ҡарай алаһығыҙ.
29.09.2021
1161