Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары рәтенә Рәсәйҙән 300 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай инә. Улар тиҫтерҙәре араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса аңлатыу эштәре алып бара, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә төрлө социаль әһәмиәтле акциялар, кампаниялар ойоштороуҙа булышлыҡ итә.
Осрашыуҙа юл хәрәкәте хәүефлеген пропагандалау буйынса РФ эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән инспекторы, полиция лейтенанты Дарья Николаевна Волкова ҡатнашты. Ул балалар менән бәйле булған юл-транспорт фажиғәләре хаҡында һөйләне.
Сара һуңында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген үтәүгә арналған викторина, төрлө конкурстар ойошторолдо. Ә инде йәш инспекторҙар сарала ҡатнашыусылар алдында юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, булған белемдәре менән дуҫтары араһында бүлешергә, үҫеп килеүсе быуын өсөн миҫал булып торорға, тип ант иттеләр.
27.09.2021
984