Ысын тәрбиәсе — һәр ваҡыт рух һәм юғары мәҙәнилек сығанағы ул. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә эшләгәндәр үҙҙәре генә беләлер. Тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып бала күңеленә һалынған рухи орлоҡтоң тиҫтә йылдан һуң мул емеш биреүе тора.
Хөрмәтле тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам, ныҡышмалылыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ. Көс-дәрт, балаларға һөйөү, һөнәри оҫталыҡтың яңынан-яңы бейеклектәренә өлгәшеү ынтылышы һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын.
27.09.2021
924