Калинин районында фольклор сәнғәте фестивале үтте

"Беренсе Май" ял һәм мәҙәниәт паркында "Фольк-тайм" исемле фольклор сәнғәте фестивале үтте

Конкурста "Фольклор - уйын программаһы", "Халыҡ оҫтаһы" номинациялары буйынса республиканың фольклор коллективтары һәм ҡул оҫталары сығыш яһаны.

Фестивалдә ҡатнашыусылар халыҡ кәсепселек тауарҙарын: биҙәүестәр, аш-һыу тауарҙарын, халыҡ биҙәүҙәре нигеҙендә тегелгән кейемдәр тәҡдим итте. Сағыу орнаменттар, милли йолалар кешенең рухын үҫтерә һәм тамырҙарҙы онотмаҫҡа булышлыҡ итә.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн бай концерт программаһы тәҡдим ителде


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA