Шакша биҫтәһендә йәш ағастар ултыртылды

Калинин районында республикала иғлан ителгән экологик өмә сиктәрендә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте.

Акция барышында Шакша биҫтәһенең "Иҫтәлек" һәм "Ал сәскә" скверҙарында 40 яҡын, шулай уҡ йорт яны биләмәләрендә 50 яҡын төрлө ағас ултыртылды. Сарала Шакша биҫтәһендә йәшәүселәр, Район Советы депутаттары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 

-"Бөгөн беҙ Калинин районын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Беҙ был скверҙарҙың халыҡтың яратҡан урындарына әүерелеүенә һәм ағастарҙың йәшәреп, матур итеп үҫеп китеренә ышанабыҙ",- тип тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар ойоштороусылар.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы йылдан-йыл киң күләмле сараларҙың береһенә әүерелә бара. Был көндәрҙә республиканың район һәм ҡала халҡы ағастар, ҡыуаҡтар, йәшел үҫентеләр ултырта, йәшәгән төбәктәре күркәмерәк һәм таҙараҡ булһын өсөн бар көсөн һалып тырыша.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA