"Батареялар йыйыу аҙналығы" акцияһына йомғаҡ яһалды

«Беренсе май» Мәҙәниәт һәм ял паркында «Батареялар йыйыу аҙналығы» экологик акцияһына йомғаҡ яһалды.

Көн шундай матур булды. Бер аҙ ял иткәндән һуң балалар төрлө уйындар уйнаны. Бик отҡорҙар, тапҡырҙар үҙҙәренә бүләктәр ҙә отто. Артабан акцияла еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы ойошторолдо.
Сарала Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министры Урал Искәндәров, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм «Ареал НПП» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 июндән 28 июнгә тиклем барған акцияла ҡала халҡы, Өфө ойошмалары, предприятиеләре 3100 килограмм ауырлығында ҡулланылған батарейка йыйҙы.
Әйтергә кәрәк, был акция беҙҙең ҡалала өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. 2019-2020 йылда 1300 һәм 3000 килограмм батарея йыйылған.
Акцияны Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, яуаплылығы сикләнгән «Дюраселл Раш», «Мегаполисресурс» ойошмалары һәм «Лента» сауҙа селтәре ойоштора.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA