Авиация двигателдәре конструкторы булырға теләгән 20 егет, был көндө Рәсәй техник авиация комплексының производство үҙәгендә булдылар һәм персонал буйынса директор Николай Лютов менән таныштылар.
Осрашыу өсөн юҡҡа ғына был урын һайланмаған. Сөнки студенттарға төп һөнәрҙәренән тыш, токарь эшен дэ үҙләштерергә тура киләсәк.
Н.А.Лютов осрашыу барышында буласаҡ мотор төҙөүселәрҙе Өфө моторҙар төҙөү сәнәғәте берекмәһенең тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ студенттарға инглиз телен һәм IT-технологияларҙы ентекле үҙләштерергә кәрәклеген аңлатты.
План буйынса "Крылья Ростеха" проектында ҡатнашыусылар аҙна һайын моторҙар төҙөү сәнәғәте берекмәһенең төрлө йүнәлештәге эше менән танышасаҡ. Уларға үҙ күҙҙәре меннән моторҙы йыйыу, уны һынау ваҡытын күреү бәхете тейәсәк.
"Крылья Ростеха" проекты быйыл беренсе тапҡыр ғәмәлгә ашырыла. Проктта 229 студент ҡатнаша. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Рыбинск, Ҡазан, Улан-Удэ, Пермь, Иркутск, Новосибирск юғары уҡыу йорттарында белем аласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, был уҡыу йорттары арағында Өфө авиация һәм техник университеты ла бар. Студенттар уҡыуҙың тәүге көнөнән үк махсус программа буйынса белем аласаҡ, бынан тыш уларға төрлө проекттарҙы һынау осоронда ҡатнашырға тура киләсәк.