«Иң яҡшы спорт ғаиләһе»

Кисә «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында Башҡортостанда иғлан ителгән «Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек» йылына арналған «Иң яҡшы спорт ғаиләһе» тип исемләнгән ҡала конкурсы булып үтте. 

Унда Өфө ҡалаһының үҙ райондарында беренселекте яулаған ете ғаилә ҡатнашты.
Бәйгенең бағымсылары: Өфө ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошмаһы, атайҙар советы, Калинин районы хакимиәте һәм күп тармаҡлы колледж.
Конкурс программаһы бик бай булды. Командалар эстафета, дартстан атыу, ижади конкурста үҙ-ара көс һынашты. Атайҙар ерҙән кәүҙәңде күтәреүҙә, турникта тартылыуҙа ярышһа, әсәйҙәр скакалкала һикереүҙә, ә кескәйҙәр эҙҙәр буйынса һикереүҙә оҫталыҡтарын, таһыллыҡтарын күрһәтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA