Бәлә сыҡмаһын өсөн, мейесте ҡорғанда һәм уның менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ.
Мейесте хәүефһеҙ файҙаланыу талаптары:
1. Мейесте төҙөүҙе, ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ;
2. Миҙгел башланыр алдынан йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ;
3. Боҙоҡ приборҙарҙың хәүеф сығанағы булыуын онотмағыҙ;
4. Төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартығыҙ. Был эште һалҡындар башланғансы башҡарығыҙ һәм һуңынан өс айға бер тапҡыр тикшереп тороғоҙ;
5. Иҙәндә, мейес алдында 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен.
6. Мөрйәнән осҡондар сығыуы – хәүефле сигнал. Тимәк, һөрөмгә ут тоҡаныу ҡурҡынысы бар. Бындай күренеш ғәҙәттә янғын менән тамамлана, шуға күрә лә һүндереү ҡорамалдарын кисекмәҫтән һөрөмдән таҙартығыҙ.
7. Кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү;
8. Мейесте артыҡ ҡыҙыу яғыу ҙа янғынға килтерә. Һәр эштә сама белергә кәрәк – үтә һалҡындарҙа ла мейесте аҙлап яғығыҙ. Бер ваҡытта ла уны ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, был бурысты балаларға йөкмәтмәгеҙ.
9. Бензин, кәрәсин ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кер, аяҡ кейеме һәм башҡа әйберҙәр киптермәгеҙ.
21.09.2021
1057