Ульяна Александровнаның күргәҙмәһе ябай, әммә уның Башҡортостандың тәбиғәтен, таныш һуҡмаҡтарҙы, яратҡан урындарҙы һүрәтләүе күҙҙең яуын ала, күңелгә үтеп инә. Был матурлыҡты күрергә һәм һынлы сәнғәт донъяһына сумырға тип рәссамдың "Гномик" төркөмө лә килде.
47-се балалар китапханаһы һәр ваҡыттағыса балаларҙы асыҡ йөҙ, ихласлыҡ менән ҡаршы алды. Кескәйҙәр өсөн китапхана буйлап экскурсия үткәрелде. Улар уҡыу залында булды, иң ҙур һәм иң бәләкәй китапты ҡулдарына тотоп ҡараны, төрлө уйын уйнаны, шиғыр һөйләне, йомаҡтар систе.
Бер аҙ ял итеп алғас, балар рәссам һәм уның һүрәттәре менән яҡындан танышты, эш материалдарын үҙ ҡулдары менән тотоп ҡараны. Осрашыу һуңында балаларға "Көҙ һулышы" тип исемләнгән акварель буяуҙар менән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Унда һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты.
Рәссам менән осрашыу һиҙелмәйсә үтеп китте. Балалар күтәренке кәйеф һәм тик ыңғай тәҫораттар менән йорттарына таралышты.