Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрә: баҡсаға парашоклы ут һүндергесен һатып алырға һәм уның менән ҡуллана белергә, йорт янында һауыты менән һыу тоторға, газ балондарын йорттарҙан 5 метр алыҫлыҡта һаҡларға һәм ҡулланырға, камин һәм мейес алдарына 50*70 үлсәмендә тимер ҡалай түшәргә, утын һәм күмерҙе мейескә яҡын һаҡламаҫҡа, өс айға бер тапҡыр мейес торбаһын таҙартырға, ут яндырыу шыйыҡсаһын ябыҡ килеш уттан алыҫта тоторға, мангалды ағас аҫтында яндырмаҫҡа һ.б
Янғын осрағы килеп сыға ҡалһа, иң беренсе 112 һандарын йыйып янғын һүндереү бригадаһын саҡыртырға, күршелә йәшәүселәрҙе янғын хаҡында иҫкәртергә, тәҙрәләрҙе бикле тоторға, бөтә электр приборҙарын һүндерергә, янғын сыҡҡан йорттан кешеләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк сығарырға кәңәш ителә. Янғындың ҡурҡынысы янамаған осраҡта, утты үҙеңә һүндерә башларға, килеп сыҡмаһа тиҙ арала бүлмәнең ишеген ябып уны ҡалдырырға кәрәк.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.