Калинин районында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үтте

Калинин районында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников етәкселегендә ултырыш булып үтте. Унда күп ҡатлы йорттарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа һәм баҡса берекмәләрендә янғын именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Калинин районында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үтте

Хакимиәт башлығы белдереүенсә, ағымдағы йылда Калинин районында 315 ут сығыу осрағы теркәлгән. Сәбәбе - ут менән хаҡһыҙ мөғәләмәлә булыу, тәмәке тартыу, электр сымдарының һәм мейестәрҙең тейешле кимәлдә төҙөк булмауы. Кәңәшмәлә ҙур сәнәғәт предприятиеһы етәкселәре, йорт идаралығы хужалары, янғын һүндереү һәм граждандар оборонаһы идаралығы белгестәре ҡатнашты.

Халыҡты шул хаҡта иҫкәртеп үткебеҙ килә :БР Кодексының административ тәртип боҙоу Кодексының 6.22. статьяһына ярашлы "дөйөм ҡулланыу биләмәләрендә ҡыйҙы яндырыу шәхси йорт хужаларына - 500 һумдан 2 мең һумға тиклем, предприятие етәкселәренә - 5 меңдән 10 мең һумға тиклем, ә юридик ойошмалар өсөн -  50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA