Дим районында Башҡортостан республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде

Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. 

Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора. Ошо уңайҙан 161-се лицей ҙа Милли кейем көнөндә ҙур теләк менән ҡатнашты. Класс сәғәттәре илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Уҡыусылар йәнле әңгәмәләрҙә ихлас ҡатнашты.Үткәрелгән викториналар, уйындар бик күңелле һәм фәһемле булды. Тамашалар залында уҡыусыларыбыҙҙың 100-ҙән ашыу рәсеме күргәҙмәгә ҡуйылды. Лицей китапханаһында “Башҡорт милли кейеме – быуаттар аманаты” китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA