«Йорт» операцияһы сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа профилактик эш алып барыла

Ябай ғына янғын хәүефлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән осраҡта һинең фатирың ут тоҙағына эләгеүе ихтимал. Белеүебеҙсә, ут бер фатирҙан икенсеһенә бик тиҙ арала тарала, шуға күрә ул матди зыяндан тыш кешеләрҙең ғүмерен дә ҡыйыуы ихтимал.

Янғын сығыу осраҡтарын тыуҙырмаҫ өсөн, Өфө ҡалаһының янғын һүндереү идаралығы Калинин районының күп ҡатлы йорттарында комплекслы профилактик саралар үткәрә.

«Йорт» акцияһы сиктәрендә инженерҙар айырыуса иғтибарҙы Нежинский һәм Ҡуласа урамындағы дөйөм йорт алды биләмәләренә,  эвакуация юлдарына йүнәлтте, өй хужалары менән әңгәмәләште, уттан һаҡланыу ҡағиҙәләрен сағылдырған агитация материалдары таратты.

Үҙеңде һәм йыйған мөлкәтеңде күңелһеҙ  хәлдәрҙән аралау өсөн, инженерҙар йорттарға иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы ҡуйырға тәҡдим итте. Был ҡоролма бәләкәй булған төтөндө лә һиҙә. Уның хаҡы 250 һум, ябай ғына ошо ҡоролма ғаиләңде һәм йорт-ҡаралтыңды янғындан иҫкәртеүсе, һаҡлаусы берҙән-бер ышаныслы сара булып тора. Ә инде янғын килеп сыға ҡалһа, ул саҡта кисекмәҫтән «101», «01», «112» һандарын йыйып ҡотҡарыусыларға, йәки ут һүндереүселәҙең берҙәм телефонына шылтыратырға кәрәк.

Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы балаларығыҙға һәм йейәндәрегеҙгә аңлатығыҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA