11.09.2021
1767
«Донъя – ул мин!» фестивале уникаль майҙансыҡ. Бында косплей, скейтбординг, брейкданс йүнәлештәре буйынса ижад иткән йәштәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә. Был юлы ла шулай булды. Бынан тыш фестивалдә бейеү, спорт, граффити буйынса майҙансыҡтар ҙа эшләне. Байрамға килгән ҡунаҡтар өсөн бай эстәлекле концерт программаһы һәм утлы шоу күрһәтелде.