Орджоникидзе районы мәктәптәрендә Милли милли кейемдәр көнө үтте

Районыбыҙҙа 60-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр береһенең үҙ йолалары, мәҙәниәте бар. Бөгөнгө көндә милли кейемдәргә ҙур әһәмиәт бирелә, заманса кейемдәрҙә милли мотивтар ҡулланыу тарала. 
Милли кейем көндәре республикала йылына ике тапҡыр - апрель һәм сентябрь айҙарында үтә. Уҡыу йорттары был байрамдан ситтә ҡалмай, әлбиттә.

6-10 сентябрҙә 48-се башҡорт лицейында  “Милли кейемдәр көнө” аҙналығы үтте. Был сараға ярашлы эш планы төҙөлдө. Китапханала “Башҡорт халҡының милли кейеме”, ә лицейҙың 3-сө ҡатында “Милли кейемле ҡурсаҡтар” һәм  “Мин – милли кейемдә” тип аталған күргәҙмәләр, “Заманса зауыҡлы милли кейем” һүрәттәр конкурстары ойошторолдо. “Биҙәктәрҙә – халҡым тарихы” темаһына  класс сәғәттәре бик күңелле уҙҙы. Уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы күңелдәрҙе күтәрҙе. 

2-се а класында Идалия Роберт ҡыҙы уҙғарған“Башҡорт халҡының милли кейеме үҙенсәлектәре” тип аталған мастер – класс балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары милли кейемдә башҡорт милли уйындарын уйнанылар.

Уҙғарылған саралар тураһында мәғлүмәттәр, фототһүрәттәр “ Истаграм”, “Бәйләнештә” битенә ҡуйылып барҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA