Бөгөн – милли кейем көнө

Башҡортостан Республикаһында 164 милләт халҡы дуҫ һәм татыу, туғандарса шарттарҙа йәшәй. Һәр милләттең үҙ тарихы, үҙенә генә хас мәҙәни үҙенсәлеге бар.

Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын, борон-борондан сағылдырып килгән рухи ҡомартҡы.

Калинин районының белем биреү усаҡтары, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре быйыл Милли кейем көнөн үҙенсәлекле үткәрҙе. Ошо темны сағылдырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре үтте, балалар, мәктәп уҡыусылары милли кейемгә арналған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA