Бөгөн Өфөлә «Ҡояш әйләнәһе» социаль проектының йомғаҡтарын билдәләйбеҙ. Был проект Өфө ҡалаһында йыл ярым дауамында ғәмәлгә ашырылды: 2020 йылдың 1 апреленән 2021 йылдың 30 сентябренә тиклем, ауыр тормош шарттарына дусар булған балаларға ярҙам итеү Фонды грантына бүленгән аҡсаға ойошторолдо.
Ғәмәлдән проект ғаиләләге ауыр хәлдәрҙе, социаль етемлекте иҫкәртеү сараларына йүнәлтелде.
Социаль яҡтан хәүефле, шулай уҡ балаларға ҡарата ҡылынған тупаҫ мөғәләмә шарттарында йәшәгән 241 балалы ғаилә (471 бала, 310 ата-әсәләр) проектта ҡатнашты (проекттың маҡсатлы төркөмөн тәшкил итте). Бындай ғаиләләр менән белгестәребеҙ – психологтар, социаль педагогтар эшләне, индивидуаль һәм дөйөм занятиялар үткәрелде. Проект һөҙөмтәләре буйынса был проектта ҡатнашҡан ғаиләләрҙең 75% балалар ата-әсәләр мөнәсәбәттәрен яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне, балалар өсөн хәүефһеҙ шарттар тыуҙырылды.