Совет районы белем биреү ойошмаларында Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 122 йыл тулыуға арналған класс сәғәттәре үтте

Совет районы белем биреү ойошмаларында Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 122 йыл тулыуға арналған класс сәғәттәре, тематик дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр үтте.

Совет районы белем биреү ойошмаларында Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 122 йыл тулыуға арналған класс сәғәттәре, тематик дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр үтте. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына экскурсия ойошторолдо, уҡыусылар башҡарыуында «Шайморатов – генерал» йыры йырланды. Шулай уҡ уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән «Миңлеғәле Шайморатов армияһы легендалары» исемле фильмын ҡараны. Бай йөкмәткеле асыҡ класс сәғәттәренә хөрмәтле билдәле шәхестәр саҡырылды. Мәҫәлән, Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 11 «б» класында ойошторолған сарала Башҡортостан Республикаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы ҡатнашты. Тимерйән Рәжәп улы Миңлеғәли Шайморатов һәләк булған Луганск өлкәһе уҡыусыларына 20 тапҡыр гуманитар ярҙам ойоштороп алып барған. Шулай уҡ геройыбыҙҙың данлы исемен мәңгеләштереү өҫтөндә күп эш башҡарған.  Луганск Халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһындағы 22-се мәктәпкә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М. Шайморатов исемен биреү Тимерйән Рәжәп улы инициативаһы менән тормошҡа ашырыла.

Үткәрелгән сараларҙан уҡыусылар бик ҡәнәғәт ҡалды, уларҙың күңелендә Тыуған илгә, геройҙарыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ хисе мәңге йәшәһен!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA