Башҡортостанда «Пушкин картаһы» эшләй башланы

Яңы уҡыу йылында республикала федераль проект сиктәрендә – «Пушкин картаһы» старт алды.

Башҡортостанда «Пушкин картаһы» эшләй башланы

«Пушкин картаһы» - ул 3000 мең һалынған электрон иҫәп. Аҡсаны тик мәҙәни сараларға, йәғни музей, театр, филармония, консерватория, галереяларға барыу өсөн тотонорға мөмкин. Картаға «Госуслуги» порталында һәм «Госуслуги. Культура» мобиль ҡушымтаһында теркәлгән 14-22 йәштәгеләр эйә була ала.
Картаны нисек ҡулланырға, программаға ниндәй мәҙәниәт учреждениелары ҡушылыуы хаҡында Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафикова бөгөн ойошторолған матбуғат конференцияһында бәйән итте. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт филормонияһы директоры Айҙар Зөбәйҙуллин, республиканың Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина ҡатнашты.
Шуныһы ҡыуаныслы, картаны бөтә Рәсәй буйынса ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, илдең икенсе төбәгендә икәнһең, «Госуслуги. Культура» мобиль ҡушымтаһына инеп, эргәләге мәҙәни сараны барып ҡарарға була.
Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк, карталағы аҡсаны йыл аҙағына тиклем тулыһынса тотоноп бөтөргә кәрәк, сөнки ҡалған аҡса киләһе йылға күсмәй, йәғни «яныуы» ихтимал.
Проектҡа Башҡортостандан 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы - улар араһында 17 театр-концерт ойошмаһы һәм уларҙың филиалдары, шулай уҡ 4 музей коллективы ҡушылған.
1. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
2. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
3. Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры
4. Өфө дәүләт татар «Нур» театры
5. Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры
6. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
7. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе
8. Туймазы дәүләт татар драма театры
9. Салауат дәүләт башҡорт драма театры
10. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
11. Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры
12. Сибай театр-концерт берекмәһе
13. Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры
14. Нефтекама дәүләт филармонияһы
15. Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле
16. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы
17. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәуләт филармонияһы
18. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
19. Республиканың Хәрби Дан музейы
20. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы
21. М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы

Мәҙәниәт учреждениеләре тарафынан "аҡ" терминалдарҙы PRO.Культура.РФ. порталына теркәүҙе алыу буйынса күләмле эш башҡарылған


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA