Калинин районында «Йорт идарасыһы» форумы үтте

Калинин районының  «Моторҙар төҙөү» Мәҙәниәт һарайында «Йорт идарасыһы» форумы булып үтте. Ул торлаҡ коммуналь хужалыҡ объекттарының көҙгө һәм ҡышҡы осорға әҙерлеген тикшереүгә арналды.

Эш барышынд Калинин районы хакимиәт башлығы Сергей Петрович Кожевников, Башҡортостан Республикаһы Дәуләт йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Николаевич Дубовский, ойошма ағзалары, Калинин районының әүҙем халҡы һәм йорт рәйестәре ҡатнашты.

Форумда район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Дмитрий Валерьевич Миронов, торлаҡ хужалығы идаралығы начальнигы Илгиз Тимершәех улы Шамматов йылытыу осорона әҙерлек хаҡында доклад менән сығыш яһаны.

Форум Калинин районы халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙең бер майҙансығына әүерелде. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, уларға аныҡ яуаптар алды. Ҡайһы бер мөрәжәғәттәр артабан эшкәртеү өсөн хакимиәттең күҙәтеүенә алынды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA