06.09.2021
1351
Уҙған ял көндәрендә Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Һатып алыусыларға балдың һәр төрө тәҡдим ителде. Йүкә, сәскә, кәрәҙле бал алырға теләүселәр тәүҙә тәмле ризыҡты татып ҡарай, хатта уның килеп сығышы тураһында ентекле мәғлүмәт ала алды.
Балдан башҡа фермерҙар йәшелсә -емеш менән сауҙа итте.
- Шуныһы ҡыуаныслы - йәрминкә йәшенә лә, олоһона оҡшай, - ти райондың сауҙаны координациялау бүлеге етәксеһе Венера Колпакова.
Сара бөтә санитар нормаларға ярашлы үтте.