3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә

Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 15 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле.

3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә

Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы - балалар.
Хәҙер инде тап ошо көндә терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола, шулай уҡ мәктәптәрҙә класс сәғәттәре үткәрелә.

Терроризм нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙың терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш. Ирекмәндәр таратҡан буклеттарҙа шикле әйберҙәргә ҡағылымаҫҡа, шартлау, янғын осраҡтарынан нисек ҡотолоу, үҙеңде тотоу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кеүек осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әлбиттә, илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA