Белем байрамы һәр кешенең яҙмышында айырым мәғәнәгә эйә булған ваҡиға. Беренсе синыф уҡыусыларының тантаналы линейкала ятлаған шиғырҙары тап шул турала булды. Көҙҙөң еләҫ һауаһы тантанаға сағыу биҙәктәр өҫтәне.
Бәләкәстәргә өгөт-нәсихәт менән сығарылыш уҡыусылары сығыш яһаны. Улар мәктәп йылдарының тәьҫораттары менән бүлеште. 159-сы Белем биреү үҙәгенең уҡыусыһы Данила Вежнин да үҙ теләктәрен кескәйҙәргә еткерҙе.
- Иң ҙур кәңәш- һәр саҡ алға барырға һәм бер ҡасан да ҡурҡмаҫҡа! - тине Данила. - Мин музыканы ныҡ яратһам да, киләсәгемде теүәл фәндәр менән бәйләргә теләйем. Танылған физик әйтеүенсә, «Фән–минең тормошом, ә сәнғәт – минең дәртем".
Быйылғы уҡыу йылының тәүге ҡыңғырауы яңғырағандан һуң, балалар синыф етәкселәре менән кабинеттарға таралышты.
Тантаналы саралар бөтә санитар нормаларға ярашлы үтте.