Балалар баҡсаһында Рәсәй киноһы көнө

Йыл һайын 27 август Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. Калинин районының балалар баҡсалары был көндө урап үтмәне.


 

Балалар баҡсаһында Рәсәй киноһы көнө

Сарала ҡатнашыусы балалар "Беҙ кино тураһында нимә беләбеҙ", "Кино нисек төшөрөлә" тигән темаларға әңгәмә ҡорҙо. Оператор һәм режиссер ярҙамында үҙ киноһын төшөрҙө. Шулай уҡ улар төрлө кино һәм йәнһүрәттәрҙең музыкалары менән танышты, үҙҙәрен төрлө ролдә һынап ҡараны. Сара бик күңелле үтте.
Кинемотограф сәнғәте балаларға көслө йоғонто яһай. Уларҙы төрлө жанрҙарҙа төшөрәләр. Улар тамашасыны илата, көлдөрә, уйландыра, хыялға сумдыра. Шуғала, билдәле геройҙарға оҡшарға тырышаһың, улар һинең кумирыңа әүерелә.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA