Октябрь районына ҡараған 130-сы һанлы мәктәп янында яңы сквер төҙөлөшө дауам итә. Ул Мостай Кәримдең «Күкрәгемдән ҡоштар осорам...» әҫәренә нигеҙләнеп эшләнә. Тротуарҙар өсөн шаҡмаҡлап ваҡланған таштарҙы ҡош ҡаурыйҙарына оҡшатып, дүрт төҫтән - һарынан , көрәндән, ҡаранан һәм һоронан һаласаҡтар. Шулай уҡ бында ҡоштар темаһына ярашлы арт -объекттар ҡуйыу күҙ уңында тотола.
Спорт ҡоролмалары өсөн майҙанға асфальт һалынған, оҙаҡламай уны резина япма менән түшәйәсәктәр. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр масхсус велосипед трассаһы - памп-трек эшләү менән мәшғүл.
Майҙаны 15 мең квадрат метр тәшкил иткән скверҙа тағы ла хоккей, футбол, теннис һәм баскетбол майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.