Өфө ҡалаһының Калинин районында Рәсәй флагы көнө билдәләнде.

Моторҙар төҙөү Мәҙәниәт йорто алдында Рәсәй флагы көнөнә арналған байрам тантанаһы үтте.

Рәсәй флагы көнөндә Калинин районында "Тыуған илемдең әләме" акцияһы, шулай уҡ "Яратҡан төҫтәр" флешмобы үтте. Байрам тантанаһында Калинин районы хакимиәте башлығы С.П.Кожевников һәм депутаттар ҡатнашты.

Рәсәй флагы көнө сиктәрендә йыл һайын ҡала урамдары буйлап автойүгереү ойошторола. Ул Моторҙар төҙөү Мәҙәниәт йорто алдынан старт ала һәм "Торатау" Конгресс - Холлы янында бергәләп фотоға төшөү менән тамамлана. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө ил Президентының указы нигеҙендә 1994 йылдың 20 авгусында ҡабул ителә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA