«Тулҡын» паркында физкультурник көнөн спортсыларса билдәләнек

14 августа «Тулҡын» паркында спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу байрамы-физкультурник көнө үтте. ​​​​​​​

14 августа «Тулҡын» паркында спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу байрамы-физкультурник көнө үтте. Сара Ленин районы хакиәмиәте башлығы Олег Котовтың ҡотлау һүҙенән башланып китте: – Спорт картаһында Өфө ҡалаһы билдәле урын алып тора. Башҡорт баш ҡалаһы хоккей, фехтование, бокс, биатлон, шашка, көс спорты төрҙәре ҡаҙаныштары менән дан алған. Беҙ хаҡлы рәүештә Олимпиада һәм Паралимпиа уйындары триумфаторҙары, үҙебеҙҙең башҡа данлыҡлы спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Яңыраҡ ҡына бөтә донъя Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафиндың олимпиа еңеүҙәренә, ә яҙ – халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионкаһы булған Тамара Танһыҡкужинаның уңыштарына ҡыуанды.

Шулай уҡ, сарала ҡатнашыусыларҙы "Болоттар" заман сәнғәте үҙәге директоры Валериан Гагин ҡотлап барыһына ла һаулыҡ теләне.

Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығының баш белгесе Мария Ахмерова ҡаланың һәм райондың спорт тормошон үҫтереүҙә ҡатнашҡандарҙы бүләкләнеләр. Күп йылдар емешле эшләгән физик культура уҡытыусыларын, инструкторҙарҙы һәм тренерҙарҙы билдәләнеләр.

Ярышта ҡатнашыусыларға ярышҡа көйләнергә, ыңғай тәҫъораттар алырға ялҡынлы күнекмә ярҙам итте.

Сара ҡунаҡтарына спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернаты фехтовальщиктарының сығыштары күрһәтелде, әйткәндәй был мәктәптә олимпиа медалистары Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин шөғөлләнгән. Бында теләгән һәр кем ГТО нормаларын тапшыра, гирь күтәрә, арҡан тартыша, еңел атлетика эстафетаһында ҡатнаша алды. "Тулҡын" паркының спорт майҙансыҡтарында бер ваҡытта уйнау сеанслы шашка турниры, ҡул һуғышының күрһәтмәле сығыштары, 3×3 баскетболы башланды.

Спорт байрамын биҙәп матур концерт программаһы һәм викторина барҙы. Музыкаль ҡотлау менән ижади коллективтар

һәм А.Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе солистары, "Йәдкәр" мәҙәниәт һарайы, Өфө сәнғәт училищеһы, "Өфө тулҡындары" конкурсы ҡатнашыусылары сығыш яһаны. Республика тире-венерологик диспансер хеҙмәткәрҙәре өфөлөләр араһында санитар-ағартыу эшен башҡарҙылар. Байрам бер нисә сәғәт барҙы. Ошо арала спорт майҙансыҡтарында еңеүселәр билдәләнде. Команда һәм шәхси урындарға ярыш һөҙөмтәләре буйынса грамоталар, миҙалдар, кубоктар бирелде. Уларҙы район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Михаил Игнатьев тапшырҙы. Шулай уҡ байрамда "Спортлы Ленинсы" фотоконкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр.

Физкультурник көнө үтеп, беҙгә йәнә лә беҙҙең ғүмерҙә һаулыҡтың мөһим урын алып тороуын, ә уға физкультура менән шөғөлләнеү ярҙам итеүен иҫкәртте. Сөнки хәрәкәттә-бәрәкәт!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA