«Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Өфөлә «Башҡорт ихаталары» тигән ишек алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2021 йылда 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата төҙөкләндереләсәк.

Мәҫәлән, Ленин районында был программа буйынса ике ихата яңартыласаҡ. Карл Маркс урамындағы 40 - сы һанлы йортта йәшәүселәр төҙөкләндереү менән ҡәнәғәт. Эштәрҙе тамамлау өсөн подрядсы ойошмаға юл билдәләрен һыҙырға, видеокүҙәтеү системаһын тоташтырырға һәм ағастар ултыртырға ҡалды.

Союзная урамы буйынса 35/1 һәм 35/2 һанлы йорттар ихаталарында программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә спорт комплекс өсөн майҙансыҡ төҙөкләндерелә. Шулай уҡ бында йәшәүселәр балалар майҙансығын да түҙемһеҙлек менән көтәләр. Ишек алдына асфальт йәйелгән, яҡтыртыу бағаналары һәм эскәмйәләр яңартылған.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA