Өфөлөләрҙе Спорт һарайы янындағы майҙандың яҙмышын хәл итергә саҡыралар

Тирә-яҡтағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса, Спорт һарайы янындағы парковка, ниһәйәт, ябылған.

Тирә-яҡтағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса, Спорт һарайы янындағы парковка, ниһәйәт, ябылған. Ҡала халҡы был биләмәнең көн һайын оло йөк автомобилдәре: фуралар, автобустар, йөк машиналары һәм хатта махсус техника менән тулыланыуына ҡәнәғәт түгел ине. Һөҙөмтәлә майҙанды ваҡытлыса ҡоймалар менән уратып алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ауыл хужалығы йәрминкәләрен ойоштороу биләмәһе һаҡланасаҡ.

Әйтеп үтер кәрәк, ҡала халҡы был парковканы бөтөрөүҙе 2019 йылдан башлап һорай ине. Был мәғлүмәтте беҙгә ҡаланың Октябрь Хакимиәтендә раҫланылар.

Бөгөн ҡоймаларҙы йәйәүлеләр, велосипедсылар, коляскалы ғаиләләр был майҙанға үтә алһын өсөн ала башланылар.

Ҡала Хакимиәте был майҙанды төҙөкләндереүҙең бер нисә вариантын ҡарай. Ләкин ҡала халҡы үҙҙәре Спорт һарайы янындағы биләмәлә нимә күрергә теләүҙәрен тәҡдим итһендәр, тип ҡарар ҡылынды. Өфөлөләр үҙ тәҡдимдәрен һәм идеяларын мэрияның электрон почтаһына ебәрә алалар: cityadm@ufacity.info

Иң популяр инициативалар өсөн социаль селтәрҙәрҙә һәм Өфө Хакимиәтенең рәсми сайтында тауыш бирергә мөмкин буласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA