Орджоникидзе районында «Өлгөлө ихата» конкурсы иғлан ителде

Уның маҡсаты – ҡаланың тышҡы йөҙөн, уның ихаталарын һәм йорттарын матурлау. Конкурста йортта йәшәүселәр һәм йорт Советы рәйестәре ҡатнаша ала.

Орджоникидзе районында «Өлгөлө ихата» конкурсы иғлан ителде

Конкурс 15 июлдән 30 августка тиклем барасаҡ. Конкурс йомғаҡтары 30 сентябрҙә яһаласаҡ.

Еңеүселәрҙе махсус комиссия билдәләй. Йорт, ихата һәм подъезд, уларҙың төҙөклөгө, биҙәлеше, торлаҡ фондын техник файҙаланыу нормаларын үтәү, хеҙмәттәр өсөн бурыстың булмауы һәм башҡа параметрҙар баһалана.

дипломами и ценными призами. По результатам конкурса победителям присваивается звание «Образцовый двор». Победители награждаются

Еңеүселәр диплом һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, беренсе урын алыусыға «Өлгөлө ихата» алтаҡтаһы тапшырыла.

Ҡатнашыу өсөн ғаризалар Орджоникидзе районы Хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенә Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 6-сы йорт, 223-сө бүлмә адресы йә oco223@mail.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә. Срогы – 30 августка тиклем. Белешмәләр өсөн телефон: 242-03-72.

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA