20 июлдә ҙур әһәмиәткә эйә булған мосолман дини байрамдарының береһе уҙғарыла – Ҡорбан байрамы. Ошо ваҡиға алдынан янғын һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡалмаҫ өсөн Өфөнөң дини биналарын баш ҡаланың янғын һүндереүселәре ҡарап сыҡты. Шулай итеп, кисә Тау бүлегендә, Нижегородка биҫтәһендә, Затон һәм 8 март ауылында 5 дини биналарында булғандар.
Урындарҙа бүлмәләрҙе профилактик яҡтан тикшергәндәр. Янғын менән көрәшеүселәр янғындан һаҡлау сараларының, беренсел янғын һүндереү ҡорамалдарының, махсус ҡорамалдарҙың комплекты, эвакуациялы сығыу урындарының барлығында инанғандар.
Дин әһелдәре һәм яуаплы кешеләр менән янғын хәүефһеҙлеге һәм саралары тураһында инструктаж үткәрелгән, кеше күп йыйылған урындарҙа була торған янғын хәүефһеҙлеге талаптарын аңлатылған, янғын сығыуын булдырмаҫ өсөн тәҡдимдәр еткерелгән. Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы.