15.07.2021
1162
Унда районда Ҡорбан ғәйетен байрам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Өфө ҡалаһында байрамды үткәреү буйынса ике майҙансыҡ әҙерләнгән: Зинино ҡасабаһы янындағы "Караван" сауҙа йорто алды (Пригородная урамы 55) һәм Орджоникидзе районының Көнсығыш автовокзалы янындағы биләмә.
Мәсеттәрҙә байрам саралары ҡәтғи рәүештә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәлеп башҡарылырға тейеш. Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың иң изге байрамдарынан һанала. Ул Ураҙа ғәйетенән 70 көн һәм Зөлхизә айының унынсы көнөндә байрам ителә.