Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур вакцинация пункты асылды

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур вакцинация пункты асылды. Ул «Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан.

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур вакцинация пункты асылды. Ул «Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан.

Пункт асылғандан һуң беренсе минуттарҙа уҡ прививка яһарға теләүселәрҙе ҡабул итте. Ингән ерҙә уларҙы волонтерҙар ҡаршы алды, температураны үлсәгәс, табиптарға ҡарауға ебәрҙеләр. Прививкаларҙы терапевт консультацияһынан һәм һәр документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң ғына эшләйҙәр.

Бында ике сменала иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем 10 прививка бригадаһы эшләй. Көнөнә 1 400 – 1 450 кеше ҡабул итергә мөмкин. Кәрәк булған осраҡта бригадалар һанын арттырылырға мөмкин.

Шулай уҡ, вакцинациялауҙың яңы мобиль үҙәге майҙанында 14 июлдән 28 августҡа тиклем республика шифаханаларына юлламалар уйнатыласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн «Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан вакцинациялау пунктында прививка яһарға кәрәк. Ҡатнашыусыларға уникаль кодлы флаер биреләсәк, уны «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк буласаҡ. Конкурста ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың шифаханаһына 86 юллама уйнатыласаҡ. Юллама санаторий территорияһында йәшәүҙе һәм туҡланыуҙы, дауалау хеҙмәттәренең база йыйылмаһыне үҙ эсенә ала.

Приздарҙы «Бөтә Өфө» телеканалының тура эфирында өс этапта уйнатасаҡтар: 1 этап – 31 июль, 2 этап – 14 август һәм 3 этап – 28 август. Акцияның ойоштороусыһы – Өфө ҡалаһының ижтимағи үҫеш фонды.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (8-800-550-02-40) телефоны буйынса һәм үрҙә күрһәтелгән рәсми сайтта белергә мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA