Ленин районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы бара.

1 июлдән алып Ленин районының «Ғаилә» Республика ресурс үҙәге бүлегендә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланғыс алды.
 

Ленин районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы бара.

1 июлдән алып Ленин районының «Ғаилә» Республика ресурс үҙәге бүлегендә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланғыс алды.

Ҡала халҡы аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙең балаларына мәктәп кәрәк-яраҡтары менән сумкалар, беренсегә барыусыларға спорт кейеме менән ярҙам итә алалар. Барлыҡ ярҙам да (кейем, аяҡ кейемдәре, канцелярия кәрәк-яраҡтары, сумкалар, әсбаптар һәм әҙәби китаптар) мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә кәрәк була һәм рәхмәттәр менән ҡабул ителәсәк. Ҡабул итеү урындарында кейерлән, ләкин яҡшы торошта булған кейем-һалым һәм аяҡ кейемдәре алына.

Хәйриә акцияһы бергә эшләнелгән яҡшы эштәрҙе берләштереү мөмкинлеген бирә. Уҙған йылдар тәржибәһе күрһәтеүенсә, ярҙам итергә әҙер кешеләрҙең һаны күбәйеүе менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге мәктәпкә әҙер балаларҙың һаны күбәйә.

Барлыҡ хәйриә ярҙамы Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына ҡараған халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә бирелә.

Гуманитар ярҙамды ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 102 йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Эш ваҡыты: эш көндәрендә 08:30 алып 17:30 тиклем.

Традицияға әйләнгән яҡшылыҡ акцияһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA