20 июлдә Башҡортостан халҡын «өҫтәмә» ял көнө көтә

Шишәмбе, 20 июлдә, Башҡортостан халҡын Ҡорбан байрамы уңайынан «өҫтәмә» ял көнө көтә.

20 июлдә Башҡортостан халҡын «өҫтәмә» ял көнө көтә

Республика хөкүмәтенең 2020 йылдың 19 авгусындағы ҡарарына ярашлы, 2021 йылда 20 июль – Ҡорбан байрамы байрам көнө тип иғлан ителде.

Быйыл Ҡорбан байрамы шишәмбегә тап килә. Дүшәмбе, 19 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 20 июле Башҡортостанда ял көнө булып тора.

Йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы календарь көн иҫәбенә индерелмәй.

Ҡорбан байрамы – Исламда төп байрамдарҙың береһе. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла. Байрам өс көн дауам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA