Эҫе көндәр булыу менән балалар һәм ололар һыу буйҙарына ял итергә ынтылалар. Ләкин һыу оло кешеләр өсөн дә, балалар өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙырыусы тәбиғи көс булып тора. Кешеләрҙең батып үлеүҙәренең бер сәбәбе булып һыу инеүгә әҙерләнмәгән урындарҙа һыу инеү тора.
Кисә, 7 июль, Өфө ҡалаһы Ленин районы «Водник» стадионы эргәһендәге пляж территорияһында һыу инеү өсөн әҙерләнмәгән урындар буйлап профилактик йөрөүҙәр уҙҙы. Өфөнөң Ленин районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы Ленин районы буйынса Йәмғиәт хәүефһеҙлеге һәм бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын профилактикалау идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә санкциялары булмаған һыу инеү урындарын ҡарап сыҡты.
Тыйыу билдәләре булыуға ҡарамаҫтан кешеләр был урындарҙы һыу инеүҙәрен дауам итәләр. Ял итеүселәргә бының хәүеф килтереүе һәм кире эҙемтәләр булыуы тураһында аңлаттылар, шулай уҡ «Һыуҙа тәртип ҡағиҙәләре» тигән ҡағыҙҙар таратып сыҡтылар.
Бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләргә айырыуса иғтибар бирҙеләр. Рейд яһаусылар балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә тыйылған урындарҙа һыу инеүҙең хәүефле булыуы, сиктәрҙән сығырға ярамағанды, һыуҙа ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы бәйләп уйындар ойоштороу тураһында иҫкәрмәләр эшләнеләр.
Өфө ҡалаһының Ленин районында санкцияһы булған һыу инеү һәм ял итеү урындары өсәү: «Водник» стадионы эргәһе, «Аҡ-Яр Затон», «Аҡ-Яр Нижегородка».